Матур һүҙҙәр👌Бер тоҡанғас Бер тоҡанғас, шөкөр, янам...
 Матур һүҙҙәр👌
Бер тоҡанғас 
Бер тоҡанғас, шөкөр, янам әле 
Был ғүмерҙә тик бер йәшәлер 
Өмөттәрем бәлки аҡланыр ҙа 
Ян-яғымда донъям йәмләнер!
Бер һүрелһәң -тоҡаныуҙар ауыр,
Быҫҡып ҡына ғүмер үҙалыр.
Күңелендә ҡояш һүнһә әгәр, 
Өмөттәрең боҙҙай туңалыр!
Һүндем тигәнеңдә терелтер тик 
Ысын һөйөү, иң саф мөхәббәт. 
Мөхәббәтле яҙмыш биргән өсөн,-
Хоҙайыма әйтәм мең рәхмәт.
Бер тоҡанғас ,хәйер, һөйәм әле, 
Ҡасан һунерҙәре кем белер?
...Ҡарҙы тишкән умырзая төҫлө, -
Өмөттәрем бәлки терелер!
 
Бер тоҡанғас, хәйер, һөйәм әле…
Дилара Махмутдинова 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Комментарии