Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын...
Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын башлап, Башҡортостан башҡа төбәктәр йөръәт итмәгән оло эште үҙ иңенә алды. Был ҙур яуаплылыҡ та, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡын Евразия киңлегендә ниндәй мөһим урын биләгәнен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек тә. Рәсәйҙә Евразия халыҡтарын берләштергән, башҡорттар кеүек үк боронғо төрки һәм башҡа күсмә халыҡтарҙың берҙәм тарихын сағылдырған үҙәктәр юҡ.
Турахан кәшәнәһе янында әлегә музейҙың визит-үҙәге асылды. Киләсәктә музейҙың үҙен, Башҡорт аты һәм өйрәтелгән һунар ҡоштары үҙәген, кәсепселәр ауылын төҙөү планлаштырыла. Елле, оҙаҡҡа иҫәпләнгән проект. Беҙ оло эште башлап ҡына торабыҙ. Әле нимә эшләнгән, киләсәккә ниәттәр ниндәй – ошо хаҡта бер төркөм башҡорт зыялыларын йыйып, эшлекле һөйләшеү үткәрҙек, тәнҡит-кәңәштәр ҡабул иттек.
Бихисап халыҡтар тарих арбаһынан төшөп ҡалғанда, боронғо ҡулъяҙмаларҙа ла, карталарҙа ла телгә алынған башҡорттар, исемен дә, есемен дә, ғәзиз төбәген дә алмаштырмай, ошо дәүергә килеп еткән. Беҙҙең быуынға иһә ил әһәмиәтендәге музей төҙөп, халҡыбыҙ тарихын түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға тапшырыу бурысы ҡала.