Ташбүкән ауылының хөрмәтле уҙаманы, уҡытыусы...
Ташбүкән ауылының хөрмәтле уҙаманы, уҡытыусы ветеран Зәки Ғәни улы Кейекбаев арабыҙҙан китте...Ҡапыл ғына бындай яңылыҡты ҡабул итеүе лә ауыр. "Бәй әле генә күреп һөйләштек бит, әле генә йөрөп ята ине бит" тип албырғап ҡалдыҡ. Ышанаһы килмәй.... Имәндәй ныҡлы абыйыбыҙ, аҙымдарын бер метрҙай итеп баҫып, купме баланы саңғыға баҫтырып, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән абыйыбыҙ, бына шулай ҡапыл ғына беҙҙең аранан китеп барыр тип бер ҙә уйламай инек Зәки Ғәни улы 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы, тура һүҙле, өҙөп әйтеп, дөрөҫлөктө яҡлаған, оло йөрәкле кеше ине...Тыныс йоҡла, ағай.. Яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләп, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.Зәки Ғәни улы менән хушлашыу 23 май Түбәнге Ташбүкән ауылы, Гагарин урамы була7 ,адресы буйынса, көндөҙгө 13,00 сәғәттә була.