Читайте также:
2

Хөрмәтле йәмәғәт, республика халҡы!Һеҙҙең барығыҙҙы...

Хөрмәтле йәмәғәт, республика халҡы!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла 2023 йылдың 19 августында, Ҡуштауҙы һаҡлап ҡалыуға өс йыл булыу айҡанлы, "ҠУШТАУ БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘРҘӘ" исемле ҙур сарала көтөп ҡалабыҙ!
Ни өсөн был сара беҙгә кәрәк? Сөнки 3 йыл элек халҡыбыҙ алдында ҙур һынау торҙо һәм беҙ һынауҙы лайыҡлы үттек! Беҙ берләшә алдыҡ. Үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡланыҡ.
Киләсәктә лә бындай һынауҙар күп буласаҡ. Сөнки тәбиғәтебеҙгә һөжүм әле лә бара...
Шуның өсөн халыҡ берләшергә тейеш!
Сараға мотлаҡ рәүештә килегеҙ! Хәтеребеҙгә төшөрөп, аралашып, шул уҡ ваҡытта ял итеп ҡайтырбыҙ!
Республикалағы, хатта күрше өлкәләрҙәге барлыҡ йәмәғәт ойошмаларын саҡырып ҡалабыҙ!
Һеҙҙең өсөн
Йәмәғәт ойошмалары менән танышыу,
Түңәрәк өҫтәл,
Спорт ярыштары,
Балалар өсөн уйындар,
Бүләктәр,
Концерт буласаҡ.

Ситтән килеүселәр 18 август көндө килеп урынлаша ала.

Ҡуштау беҙҙе берләштерҙе!
Берҙәмлектә - көс!

Хөрмәтле йәмәғәт, республика халҡы!Һеҙҙең барығыҙҙы...
Еще посты